Үрмәләргә

Artisto: S.E.R. һәм LeNaR (Башҡорт)
Uzanto: Булат Габитов
Daŭro: 130 sekundoj
Komenca paŭzo: 12 sekundoj
Tononoma sistemo: Ne definita
Sakra:
Komentoj pri tabulaturo: -

URL

Alŝutita:
2015-aŭgusto-20 22:29
Get it on Google Play

Teksto

 G#
Тормош юлын уҙамын,күтәреп өҫкә дан туҙанын
 D#
Берәй уҙаман үтһә ине атлап янымдан урамдарҙан
 Fm#
Әйтһә ине,нисек сығырға был ҡараңғы баҙҙан.
 C#
Яҡтылыҡ ярыҡтарҙан иретерме икән ҡарҙы
 G#
Ниңәлер яратам әйтергә ваҡытың уҙғанын
 D#
Әллә ул аға,әллә үҙебеҙ туҙабыҙ,әйтерһең ҡағыҙ
 Fm#
Йәшлегем-ғүмерем һуты,мәңгелек уты
 C#
Бер көнгә булһа ла миндәге ялҡынды һин ҡабыҙ
 G#
Бурыслы булып ҡалмам,бирәм һүҙем
 D#
Ергә ташланған орлоҡ берәй заман бары үҫер.
 Fm#
Көйҙө алғараҡ күсер,иң ҡыҙығы уртала
 C#
Ваҡыт юҡ һәр юҡ-барҙа ҡалырға туҡталып
 G#
Бөгөн мин балыҡ, был һуҙҙәр диңгеҙе батшаһы
 D#
Бөгөндән йәшәйем кеше шатлығына шатланып
 Fm#                             C#
Асыу шартлаһа ла ҡалған ярсығы ашар мине мәңге, тик

Мин һайланым нимә йәнем өсөн тәмле

Ҡушымта;
 G#
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә ,
 D#
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты
 Fm#      C#
Үрмәләргә, үрмәләргә.
 G#
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
 D#
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда
 Fm#        C# 
Һүнмәгәндер, һүнмәгәндер.

 G#                                  D#
Ҡара, анау егет баҫтыра әллә хыялдарын, әллә күләгәһен,
          Fm#
Әллә ул аңламай йәндең тән менән бергә үлмәгәнен
           C#
Теләп күрергә күрмәгәнен кейә шайтан күлдәген,
 G# 
Шым ғына бикләнә бүлмәлә
 D#
Юҡ, юҡ, йәшәү ялҡыны һүнмәһен,был дөрөҫ түгел!
 Fm#
Кемдер елдәрҙән һаҡланы сәскән үҙ көсөн түгеп
 C#
Ни тип әйтәң, күңел? Һорайыңмы, әллә үтенәң?
 G# 
Батып ҡалма тик көлдә ,үткәндә янған күперҙән
 D#
Хистәр күпергән,сикһеҙ шатлыҡ,оло ҡайғы берһенән икенсегә сума
 Fm#
Үҙҙәрен дә аңламайҙар был малайҙар,олоно уйнаған үҫмерҙәр
 C#
Минең кеүек үк белмәгәндәр ҡай яҡҡа үҫергә
 G#
Әллә иҫергән,әллә һалышҡан
 D#
Ҡурҡып үҙенә баш һалырға үҙе асҡан алышта
 Fm#
Беҙ таныштар,һин мине күрәһең көҙгөлә
 C#
Һин өҙгөләйең яҙғаныңды,мин үҙем эстән өҙөләм.

Ҡушымта;
 G#
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә ,
 D#
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты
 Fm#      C#
Үрмәләргә, үрмәләргә.
 G#
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
 D#
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда
 Fm#        C# 
Һүнмәгәндер, һүнмәгәндер.

Komentoj